Тыныс халыҡты һәләк иткән НАТО авиацияһының сираттағы
рейды Афғанстан халҡының асыуын ҡабартты. Йәкшәмбе көн иртән илдең
көнсығышындағы Лагман провинцияһы Алингара ҡалаһы тирәһендәге авиаһөжүм
нәтижәһендә 8 ҡатын һәләк булған, етәүһе яраланған.
“Америкаға- үлем, динһеҙҙәргә- үлем!-”тип һөрәнләне
ҡала үҙәгенә йыйылған халыҡ.
“Һәләк булғандарҙың һәммәһе- ҡатындар, был аяуһыҙ
американлылар рейдтары ваҡытында ҡатындарҙы ғына үлтерҙеләр, улар ҡоро- һарыны
ҡоралдан айыра алмай,-ти бер афғанлы.-Улар утын йыйып йөрөгән, ә һеҙ, динһеҙ,
рәхимһеҙ американлылар, ботаҡ менән ҡоралдың айырмаһын күрмәйһегеҙ.”
Көнбайыш коалиция вәкилдәре белдереүенсә, авиаһөжүмдең
маҡсаты боевиктар булған.
Бынан алдараҡ билдәле булыуынса, Американың 4 хәрби
хеҙмәткәре көньяҡтағы Забул провинцияһында үлтерелгән. Һөжүм милли именлек
көстәре хеҙмәткәрҙәре ярҙамында эшләнгән, тип иҫәпләйҙәр. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына
сит ил һалдаттарын Афған хәрбиҙәре йәки полицейскийҙары атып китә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий