АҠШ президентлығына Республика фирҡәһе кандидаты Митт
Ромни иммигранттар аудиторияһын яулап алмаҡсы. Ул Обама майҙанында уйнай, сөнки
АҠШ-та элек- электән латиноамериканлылар
демократтарға тауыш бирә килгән.
Әммә Ромни сәйәси мәрәйҙәр алыуына шикләнмәй: уның
һүҙҙәре буйынса, иммиграция ҡануниәтендә реформалар үткәреү күптән зарур, Обама
идара иткән 4 йыл эсендә бер нәмә лә эшләнмәгән:
“Иммиграция системаһын үҙгәртеү өсөн, мин
республиканлылар менән дә, демократтар менән дә хеҙмәттәшлек итәсәкмен. Тәүҙә ил
сиктәрен контролгә алмай тороп, беҙ намыҫлы һәм эффектив система төҙөй
алмаясаҡбыҙ. Барыһы ла бер нәмә менән килешер, тип уйлайым: беҙгә легаль
булмаған иммигранттар ағымын кәметеүсе,ә легаль миграцияны көсәйтеүсе намыҫлы
һәм тормошҡа ашырырлыҡ закондар кәрәк.”
Әйтергә кәрәк, әлеге администрация кесе Буш заманында
алынған курсты дауам итә, йәғни легаль булмаған иммигранттарҙы илдән сығарып
ебәреү урынына легалләштерергә тырыша һәм шул уҡ ваҡытта Мексика менән сикте
нығыта.
Комментариев нет:
Отправить комментарий