вторник, 18 сентября 2012 г.

Ромни Обама яҡлыларҙы мыҫҡыл итте.



Республика фирҡәһенән президентлыҡҡа кандидат Митт Ромни һайлауҙарҙа Барак Обамаға тауыш биреүселәргә кире баһа бирҙе. Обаманы яҡлаған 47 % американлының һалым түләмәүе, дәүләт биргән саҙаҡаға йәшәүе хаҡында белдерҙе ул. Ромни һүҙҙәре, әлбиттә, күмәк халыҡ ҡолағына тәғәйенләнмәгән булған, яҙманы йәшерен камера ярҙамында эшләгәндәр. Ромниға аҙаҡ аҡланып торорға тура килгән:

“Мин фекеремде яҡшылап аңлата алманым. Бирелгән һорауға тиҙ генә яуап бирҙем. Яҡшыраҡ итеп тә әйтергә мөмкин булыр ине. Әммә шундай уҡ фекерҙә ҡалдым: президент һалым түләмәүселәрҙе яҡынайта белә. Минең һалымдарҙы түбәнәйтергә теләүем уларҙы ҡыҙыҡтырмай. Уларҙы мин үҙ кампанияма үҙәктәгеләрҙе йәлеп иткән һымаҡ эффектив йәлеп итеүгә өмөтләнмәйем.”

Демократтар ғауғалы видеоға шунда уҡ иғтибар иткән. Шаҡ ҡатырғыс һүҙҙәр”, -тип һығымта яһағандар улар. Обама һайлау штабы вәкиле былай тип белдергән:

“...әгәр кәмһетеп яртыһын иҫәптән сығарһаң, американлыларҙың президенты булыу ҡатмарлы эш, әлбиттә.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий