вторник, 18 сентября 2012 г.

Араҡы халыҡты ҡыра.



Чехияла ялған спиртлы эсемлек ҡорбандары арта бара. Уларҙың һаны 20-нән артып китеүе ихтимал. Метил спирты менән ағыуланған 20-нән ашыу кеше хәстәханала ята, уларҙың ҡайһы берҙәренең күҙе һуҡырайған.

Илдә хәҙер араҡы һатыу тыйылған, полиция даими рәүештә сауҙа нөктәләрен һәм етештереү предприятиеларын тентей, ҡулға алыуҙар хаҡында хәбәрҙәр бар.

Чехияның һаулыҡ һаҡлау министры Леош Хегер:

“Асыҡланған ҡорбандар һаны-19, йәнә 4 осраҡ тикшерелә, анығын мәйеттәрҙе ярғас әйтеп буласаҡ.

”Рәсәйҙе лә индереп бер нисә ил Чехиянан араҡы индереүҙе тыйҙы. Метил менән ағыуланыусылар булған Польшала ла шундай уҡ саралар күрелә, бындағы эсемлектәрҙең Чехиянан булыуы иҫбатланмаған.

Польшаның баш санитар врачы Марек Пособкевич:

“Беҙҙең маҡсат- граждандарыбыҙҙы ағыуланыуҙан һаҡлау. Бына ни өсөн мин Чехия республикаһында етештерелгән 20 гадустан ҡатыраҡ булған спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйҙым.”

Словакияла әле тыйыуҙар юҡ, әммә ағыуланыуҙар унда ла күҙәтелгән: интернет аша Чехияла һатып алынған “Сливовица”ны тәмләгән 8 кеше байрам табынынан хәстәханаға оҙатылған. Врачтарҙың һүҙе буйынса, уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай, киләһе тәүлектәрҙә улар өйҙәренә ҡайта аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий