среда, 19 сентября 2012 г.

Аналитиктар: утрауҙар өсөн бәхәсте дауам итеү бер яҡҡа ла файҙалы түгел.



“Утрауҙар буйынса конфликтты дауам итеү бер яҡҡа ла файҙалы түгел”-,тип иҫкәртә аналитиктар.
Ике ил араһындағы сауҙа бәйләнеше былтырғы йылда ғына ла 264 миллиард евро тәшкил иткән. Әлеге мәлдә Япония компаниялары етди зыян күрә.
Токионың Сенкаку ( ҡытайса Дяоюйдао) утрауҙарын национализациялауы хаҡында иғлан иткәндән һуң башланған манифестациялар ҙур компания заводтарының эшен ваҡытлыса туҡтатып торҙо.
“Фонд баҙарының, айырыуса япондарҙың, реакцияһы булырға тейеш ине. Ике ил араһындағы импорт һәм экспортҡа килгәндә, был ваҡиғаларҙың тәьҫире бик ныҡ булыуы ихтимал,-”тип һөйләй финанс аналитигы.
Дүшәмбенән бирле бөтә ил буйынса япон предприятиелары, шул иҫәптән Panasonic, Sony, Toyota, Honda, кәм тигәндә кесаҙнаға ҡәҙәр эшләмәйәсәк.
“Үҫә барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, артабан да сәнәғәтте киңәйтеү Япония өсөн бик төшөмлө,-тип иҫәпләй иҡтисад белгесе,- минең уйымса, Токио Пекин менән киләсәктә лә сауҙа бәйләнешен киңәйтергә тырышасаҡ.”
Архипелаг тирәһендәге көсөргәнешлелек һаман һаҡлана. Шишәмбе көн иртән Ҡытайҙың 11 карабы утрауҙарҙың береһенә килде.
Һуңғараҡ Япония ошо арҡала ҠХР-ға протест белдерҙе һәм был урынға ҡарауыл судноһын ебәрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий