среда, 19 сентября 2012 г.

Испания коммунистарының лидеры Сантьяго Каррильо 97 йәшендә вафат булды.



Испанияла Сантьяго Каррильо, Испания Коммунистар фирҡәһенең етәксеһе, Европалағы һул хәрәкәт лидерҙарының береһе вафат булды. Уға 97 йәш ине. Ғүмеренең 40 йылын эмиграцияла үткәрергә мәжбүр булһа ла, Каррильо Испания сәйәси тормошонда үҙәк фигураларҙың береһе булып ҡала килде.

“Минең уйымса, беҙҙән һул хәрәкәттең лидеры ғына китмәне, тарихыбыҙҙың бер өлөшө китте, бөйөклөгө, хаталары менән тарихыбыҙҙың иң яҡшы өлөшө.”

Сантьяго Каррильо үҙ ғүмерендә мөһим тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған һәм унда үҙе лә әүҙем ҡатнашҡан. Граждандар һуғышы ваҡытында ул коммунистар фирҡәһенә ингән , франкистарға ҡаршы көрәшкән.

Испания республикаһы ҡолатылғас, ул Францияға күсеп китә, үҙ иленә Франко үлгәс кенә ҡайта. 20 йылдан ашыу Испания Коммунистар фирҡәһенә етәкселек итә, 80- се йылдарҙа Коммунистар берлеге фирҡәһен төҙөүселәрҙең береһе була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий