среда, 19 сентября 2012 г.

КАР-ҙа шахтерҙарға эш хаҡы арттырылды.


“Лонмин” компанияһының Марикана шахтаһы таусылары етәкселектең эш хаҡын 22 процентҡа арттырыу тәҡдиме менән ризалашты һәм кесаҙна көн эшкә сығырға вәғәҙә итте.
Бында КАР-ҙың төньяҡ- көнбайыш провинцияһында айҙан ашыу шахтерҙарҙың забастовкаһы дауам итте, ҡайһы саҡ уҡ полиция менән ҡаты бәрелешкә ҡәҙәр барып етте. Мәҫәлән, август уртаһындағы Мариканалағы тәртипһеҙлектәр арҡаһында 45 кеше һәләк булды, шуларҙың 34-ен полиция атып үлтерҙе.
Марикана шахтерҙары ғына эш ташламаны, Рустенбергтың бөтә “платина билғауы”платина табыуҙы кәметте. Был континенттың ҡеүәтле иҡтисады уңышын хәүеф аҫтына ҡуйҙы.
Уҙған ял полиция Уандеркоп ауылындағы шахтерҙар лагерында операция үткәрҙе. 12 кеше көс ҡулланыу, легаль булмаған йыйылыштар уҙғарыу шиге аҫтында ҡулға алынды. Полицияның иҫәбе буйынса, һалҡын ҡорал тейәлгән бер нисә йөк машинаһының юғалыуында ла шахтерҙар ғәйепле.
Властар ҡаты тотондо, улар тәртипһеҙлектәргә сик ҡуйырға вәғәҙә итте. Шахтерҙар иһә “апартеид заманына ҡайтыу”, полицияның эш ташлаусыларға ҡарата нормаға һыймаған мөнәсәбәте тураһында һөйләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий