среда, 19 сентября 2012 г.

Арктика боҙҙары 4 йыл эсендә иреп бөтөүе ихтимал.



“Арктика боҙҙары киләһе 4 йыл эсендә иреп бөтәсәк”-, тип иҫәпләй Кембридж университеты профессоры Питер Вадхэмс.
5 йыл элек 7 миллион квадрат километр булған боҙлоҡ 2012 йылға 4 миллион квадрат километр ғына ҡалған. Был мәғлүмәттәрҙе, Арктик боҙҙарҙы тикшереү буйынса әйҙәүсе белгес Вадхэмстың күп йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп, Британияның  “Гардиан”гәзите баҫып сығарҙы.
Вадхэмс климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәш сараларын эҙләү кәрәклеген байтаҡтан бирле һөйләй, бөгөн иһә шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: башҡаса көтөргә ярамай. Вадхэмстың һүҙҙәре буйынса, йәйге айҙарҙа боҙҙар ғалимдар уйлағандан күпкә шәберәк ирей башлаған. Иҫәпләүҙәр буйынса, боҙлоҡтарҙың ғүмере 40-50 йыл менән түгел, ә 4 йыл менән генә иҫәпләнә.
Йыл башындағы ғалимдарҙың күҙаллауҙары буйынса, Арктик боҙҙарҙың иреүе арҡаһында 800 миллион кеше ғәҙәттән тыш хәл зонаһында ҡалыуы мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий