четверг, 20 сентября 2012 г.

Рәсәй сит ил эштәр министрлығы USAID- ты сәйәси процестарға ҡыҫылырға маташыуҙа ғәйепләне.



“АҠШ-тың халыҡ- ара үҫеш агенствоһы (USAID ) эшмәкәрлеге 1 октябрҙән туҡтатыласаҡ”,- тип белдерҙе Рәсәй сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле. Уның һүҙҙәре буйынса, агенство гранттар бүлеү аша, һайлауҙарҙы ла индереп, Рәсәйҙәге сәйәси процестарға йоғонто яһарға маташҡан.

 Һайлау тәртибен боҙоуҙарға ҡаршы булған “Тауыш”(“Голос”) ассоциацияһы башҡарма директоры Лилия Шибанова:

 “Беҙҙең ойошма өсөн был, әлбиттә, ҙур проблема буласаҡ, сөнки беҙ USAID менән 2002 йылдан бирле эшләйбеҙ. Һайлауҙарҙы күҙәтеү өсөн, халыҡ- ара фондтарҙан аҡса алыу ҡыйын...Бында халыҡ- ара ярҙам алған коммерцияныҡы булмаған секторға ҡарата агреессия бара.”

Шулай итеп,  Рәсәйҙең коммерцияға ҡыҫылышы булмаған ойошмаларының иң ҙур сит ил спонсоры Рәсәйҙә эшмәкәрлеген туҡтата. Байтаҡ хоҡуҡ һаҡлаусылар үҙҙәренең хәүефен белдерҙе. Әйтергә кәрәк, Мәскәү гуманитар ярҙамға мохтажлыҡ кисергән өсөнсө илдәрҙә USAID менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий