четверг, 20 сентября 2012 г.

Франция: ғауғалы карикатураларҙы баҫтырғандан һуң, хәүефһеҙлек саралары.



“Шарли Эбдо” француз сатирик журналы редакцияһы йома көн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллалаһу ғаләйһи үә сәләм) карикатуралары эшләнгән ғауғалы һанын өҫтәмә тираж менән сығармаҡсы. Ҡәҙимге 75 мең даналыҡ тираж тулыһынса һатылып бөткән. Хәбәр итеүҙәренсә, күптәр журналды һатып алып йыртыр өсөн алған. Американдарҙың “Мосолмандарҙың ғәйепһеҙлеге”фильмынан һуң, мосолман донъяһында хәлдәр унһыҙ ҙа ҡырҡыулашты.

Францияның эске эштәр министры Мануэль Вальс:

 “Хәҙер донъялағы хәлдәр шундай киҫкен, шуға күрә һәр кем үҙ эшмәкәрлеге өсөн яуап бирергә тейеш. Хөкүмәттәр хәҙер йәмәғәт тәртибен боҙоусы хәлдәргә иғтибарлы буласаҡ.”

Француз властары илдә лә, илселектәрҙә лә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтте. Йома көн 20 илдә илселектәр һәм француз мәктәптәре ябыҡ буласаҡ.

Ғәрәп дәүләттәре лигаһы дини кешеләрҙе мыҫҡыллы карикатураларға тыныс ҡарарға өндәй.

Париждың Ҙур мәсет ректоры Дәлил Бүбәкер:

“Мин ағай- энене, апай- һеңлеләрҙе, бөтә берләшмәне ялған көтөүселәр артынан бармаҫҡа өндәйем. Беҙ Францияның берҙәмлеге, йәмәғәт тәртибе яҡлы, бөтә диндәргә лә хөрмәт менән ҡарарға саҡырабыҙ.”

Хәбәр итеүҙәренсә, дини нигеҙҙә дошманлыҡ тыуҙырған өсөн, журналға дәғүә белдерелгән.

Евроньюс хәбәрсеһе Джованни Маджи:

“Һүҙ иркеме, әллә провокациямы? Пәйғәмбәр Мөхәммәткә( саллалаһу ғаләйһи үә сәләм) карикатура Францияла ла, башҡа илдәрҙә лә көс ҡулланыуға, тәртипһеҙлектәргә килтереүе ихтимал.

/”Эй, мөьминдәр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Уға гонаһлы булыуҙан һаҡланығыҙ, һүҙҙәрҙең хаҡ һәм файҙалы булғандарын ғына һөйләгеҙ.”
Ат-талаҡсүрәһе./


Комментариев нет:

Отправить комментарий