Брюсселдә генетик модификациялы ауыл хужалығы
культуралары темаһы буйынса ярһыу бәхәстәр бара. Шаршамбы көн билдәле
булыуынса, бындай бойҙай менән туҡланған ҡомаҡтарҙа яман шеш табылған. Ҡәҙимге
ферма хужаларының мәнфәғәтен яҡлаған француз активисы Жосе Бовеның фекере
шундай:
“Компанияларҙың граждандарға “хәүеф юҡ” тиеүҙәре-
ялған,- ти Бове, хәҙер инде Европарламентта йәшелдәр фирҡәһе депутаты.- Аҙыҡ-түлек сифатын контролдә тотоу агенствоһының бойондороҡһоҙ булыуында шик тыуа
хәҙер. Яңы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, ген инженерияһы продукттарына ҡайтанан экспертиза
үткәрергә, уларҙың кеше һаулығы өсөн хәүефлеме- түгелме икәнлеген асыҡларға
кәрәк.”
Рәсми белдереүендә Бове кисекмәҫтән ГМ- культураларҙы
үҫтереүҙе туҡтатыуҙы талап итте.
Евроберләшмәләге 20 илдең ферма хужалары демонстрация
үткәрҙе, улар был рәүешле яҡшы аҙыҡ- түлек үҫтереү мөмкин түгеллеге хаҡында
һөйләне. Продукттың барлыҡҡа килеүенә 15 йыл ғына, ә уны ҡулланыуҙың ниндәй
эҙемтәләргә килтереүе әле йүнләп асыҡланмаған.
Матбуғат брифингыһында “Евроньюс”хәбәрсеһе:
“Еврокомиссия ни өсөн ҡомаҡтар өҫтөнән 3 ай
буйы барған тикшереүҙәр хаҡында ғына һөйләй, ә йәшәгән бөтә йылдарының
мәғлүмәттәрен күҙ уңында тотмай?- тигән һорау бирҙе.
“Баҫтырып сығарылған
мәғлүмәттәрҙең генә фәнни нигеҙе барлығы, фәнгә ниндәйҙер яңылыҡ индереүе
асыҡланһа, Еврокомиссия кәрәкле саралар күрәсәк,”- тип яуап бирҙе рәсми вәкил.
Брюсселдә Европарламент
алдына йыйылған ферма хужалары иһә үҙҙәренең натураль продукттарының өҫтөнлөгөн
күрһәтә, күпләп етештерелгән тәбиғи булмаған аҙыҡ- түлеккә шик уята.
Комментариев нет:
Отправить комментарий