пятница, 21 сентября 2012 г.

Каталонлылар испандарҙы көрсөк “тамағы”на ырғытыу менән янаны.



Дүләт ҡаҙнаһына  үҙ аллы һалым бүлеү талабына  премьер Мариано Рахойҙан кире яуап алғас, урындағы хөкүмәт башлығы ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреү менән янаны. Уның фирҡәһе күпселекте алыуы бик ихтимал, ә аҙаҡ инде бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында референдум үткәрергә була.

Каталония йыл һайын дәүләт ҡаҙнаһына кире алғанға ҡарағанда 12 миллиард евро күберәк түләй, ә ярлы региондарҙа йәшәүсе испандар өсөн улар билдәрен биштән быуырға теләмәй.

“Беҙҙең тәҡдимгә яуап “юҡ” икән, беҙ кисекмәҫтән нимәлер хәл итергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙ аҡылдан яҙманыҡ. Беҙ артабан да каталонлылар булырға теләйбеҙ һәм юлыбыҙҙан тайпылмаясаҡбыҙ, тик беҙ аҡылдан шашманыҡ. Беҙҙең маҡсат- Евроберләшмәлә евро менән бергә ҡалыу,-”тип белдерҙе Каталонияның хөкүмәт башлығы Артур Мас.

Ярлы Испания региондарының иҡтисадын үҙ елкәләренә атландырырға теләмәүҙәрен каталонлылар 11 сентябрҙә, Милли автономия көнөндә белдерҙе. Барселоналағы ҡаршылыҡ маршына миллион ярым самаһы кеше сыҡты. Улар демонстрацияға Каталонияның ҡыҙыл- һары флагтарын һәм региондың бойондоҡһоҙлоҡ хәрәкәте флагтарын тотоп сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий