пятница, 21 сентября 2012 г.

Шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтәләр.



Ике йыл буйы генетик модификациялы кукуруз менән туҡланған ҡомаҡтар өҫтөнән тәжрибә һөҙөмтәләре билдәле булды. Йәшерен рәүештә француз ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр барыһын да шаңҡытты.Ҡомаҡтарға Европаға килтерелгән Американың Monsanto компанияһы кукурузын ашатҡандар. Һөҙөмтәлә, ҡомаҡтарҙа яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килгән. Француз һәм Европа врачтары досьеларҙы тикшерә башлағандар. Теләһә ниндәй модификациялы продукт һатыуға сығарыр алдынан 3 ай буйы тикшерелә. Әммә эксперттар бына нимә хаҡында һөйләй:

“Ғәҙәти тикшеренеүҙәр 3 ай бара, әммә етди тайпылыштар, мәҫәлән, яман шештән ҡомаҡтарҙың үлеме дүртенсе айҙа була. Тимәк, ғәҙәттәге өс айлыҡ тестар генетик модификациялы продукттарҙың кеше һаулығына тәьҫире хаҡында фекер йөрөтөү өсөн эффектив түгел.”

Францияла генетик модификациялы аҙыҡ- түлекте сертификатлауға ҡаты тотонорға тәҡдим итәләр. Әлеге мәлдә Евроберләшмәлә, кукурузды ла индереп, уларҙың 46 төрө рөхсәт ителгән.

Һуңғы тикшеренеүҙәр европалыларҙы борсоуға һалды. Рәсәй, Башҡортостан халҡына ла һатып алған аҙыҡ- түлегенә бик иғтибарлы булыу зарур.

Комментариев нет:

Отправить комментарий