суббота, 22 сентября 2012 г.

Испандар тотонолған әйберҙәрҙе”ярата”башланы.



Көрсөк һәм эшһеҙлек испандарҙың ғәҙәттәрен үҙгәртә. Элек- электән яңыны алыуҙы хуп күргән илдә тотонолған әйберҙәргә һорау арта. Тотонолған әйберҙәр менән һатыу итеүсе “секонд-хенд”магазиндарында сауҙа яҡшы бара. Һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, испандарҙың 40 проценты ошондай магазиндарға йөрөй.

Тотонолған автомобилдәр баҙары ла арыу эшләй. Элек испандар яңы машина ала ла, ул туҙғансы шунда йөрөй торғайны.Хәҙер иһә күптәр һәйбәт машиналарын һатырға  мәжбүр, иҫке машина алырға теләүселәр һаны илдә арта бара.

“Хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе: 6-7 йыл элек тотонолған һәр машинаға 4-5 яңыһы тура килә ине, ә хәҙер киреһенсә- һәр яңы машинаға 3-4 иҫкеһе тура килә,-“ ти автомагазинда һатыусы Анхель Родригес.

Илдәге эшһеҙлек рекорд кимәленә етте- һәр дүртенсе испанлы эшһеҙ. Хөкүмәт дәүләт бюджеты сығымдарын кәметергә тырыша, ил халҡы ла экономияларға мәжбүр. “Секонд-хенд”магазиндары ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр һымаҡ үҫә, ә уларҙың хужаларына хеҙмәт көнөнән һуң да эшләргә тура килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий