суббота, 22 сентября 2012 г.

Төркиә: граждандар суды генералдарға хөкөм сығарҙы.



 Стамбул ҡалаһынан 50 километр алыҫлыҡтағы Силиври суды бинаһы алдындағы шатлыҡ һәм асыу түңкәрелеш үткәрергә ниәтләүҙә ғәйепләнгән 365 юғары дәрәжәле офицер эше буйынса  бүленгән төрөк йәмәғәтселегендәге кәйефте сағылдыра.

Генерал Четтин Доган, адмирал Озден Орнек һәм Хәрби Һауа көстәренең элекке баш командующийы Ибраһим Фыртына  20 йылға иркенән мәхрүм ителде. Генералдар Бильгин Баланлы һәм Энгин Алан -18 йылға, отставкалағы полковник Дурсун Чичек  16  йылға төрмәгә ултыртылды. 34 кеше аҡланды.

Ил тарихында хәрбиҙәргә беренсе тапҡыр трибунал түгел, ә граждандар суды хөкөм сығарҙы.

“Заманында армия менән командалыҡ иткән хәрбиҙәрҙең түңкәрелеш әҙерләүҙә ғәйепләнеп хөкөм ителеүе Төркиәнең демократлаштырыу юлынан алға барыуы рәүешендә ҡарала,- тип хәбәр итә Стамбулдан “Евроньюс” хәбәрсеһе Бора Байрактар.-Әммә процесты сәйәси тип иҫәпләгәндәр, хөкөм ителеүселәрҙең адвокат алыуға хоҡуҡтары боҙолдо тип ҡараусылар ҙа бар.
Процесс аҙағына яҡынлай, тик йәмғиәттә бәхәстәр оҙаҡ барасаҡ әле.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий