воскресенье, 23 сентября 2012 г.

Белоруссия дөйөм һайлауҙар алдынан.





Белоруссияла дөйөм һайлауҙар мажоритар система буйынса 23 сентябрҙә үтәсәк. Парламенттың түбәнге палатаһының 110 депутаты шундай уҡ һандағы округтарҙан һайланасаҡ. Депутатлыҡҡа йәмғеһе 494 кандидат  теркәлгән.

Ҡайһы бер оппозиция фирҡәләре һайлауҙарҙың ғәҙеллегенә ышанмай һәм һайлауҙарға бойкот иғлан итергә саҡыра, ә ҡайһылары ҡатнашырға ҡарар итте.

Һайлаусыларҙың 20 проценты ваҡытынан алда тауыш бирҙе. Витебск өлкәһе айырыуса әүҙемлек күрһәтте.

Быға ҡәҙәрге бөтә һайлауҙар ҙы ла ( 1995 йылдан алып) Минск властарын фальсификациялауҙарҙа һәм оппозиция фирҡәләрен репрессиялауҙа ғәйепләгән Европа таныманы.

Политолог Валерий Карбалевич хәҙерге һайлауҙар ҙа шундай уҡ булыр, тип көтә:

“Белоруссиялағы хәлдәрҙе фальсификация тип атау ҙа ауыр. Бында һандар алдан уҡ билдәле, халыҡ нисек кенә тауыш бирмәһен- һайлау комиссияһы алдан әйтергә ҡушылған һандарҙы атай. Тауыштар иҫәпләнмәгәс, фальсификация ла түгел был.”

Президент Александр Лукашенко әлеге һайлауҙарҙың легитимлығына ирешергә теләй. Беренсе тапҡыр ул төҙәтмәләр индерелгән һайлау ҡануниәте буйынса үткәрелә. Оппозиция кандидаттарына эфирҙа, дәүләттең киң мәғлүмәт сараларында, матбуғатта һайлау алды агитацияһы үткәрергә рөхсәт ителде.

/Мажоритар һайлау системаһы- был система буйынса кандидатҡа еңеү өсөн конкурентына ҡарағанда күберәк тауыш йыйыу ҙа етә./

Комментариев нет:

Отправить комментарий