суббота, 8 сентября 2012 г.

Ҡытайҙа һәләк булыусылар һаны 80-гә еткән.



Көньяҡ- Көнбайыш Ҡытайҙа ер тетрәү ҡорбандары арта: һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың иҫәбе 80-гә еткән.
Эҙләнеү эштәре дауам итә. Ҡотҡарыусылар үтеүе ауыр булған таулы урындарға барып етергә тырыша- ер тетрәү үҙәге тап шунда, ә унда барыу юлы ишелмәләр менән ябылған.
Йома иртән Ҡытайҙың Юнань һәм Гуйчжоу провинцияларында ике ер тетрәү булған. Иң көслө тетрәүҙең магнитудаһы- Рихтер шкалаһы буйынса 5,7. Йәнә 60-лап еңелсә тетрәү ҡабатланған.
ҠХР-ҙың Дәүләт советы премьеры Вэнь Цзябао зыян күргән райондарҙа булған һәм кешеләргә хөкүмәт ярҙамы һәм яңы торлаҡ вәғәҙә иткән.
Әлегә йортһоҙ ҡалған кешеләр өсөн палаткалы ҡаласыҡтар ойошторолған. Ҡытайҙың киң мәғлүмәт саралары буйынса, 6,5 мең торлаҡ емерелгән, 400 меңдән ашыуы етди зыян күргән.
700 кеше тән йәрәхәттәре алған, араларында балалар ҙа күп. Ҡыҙыл Тәре был райондарға палатка һәм юрғандар ебәргән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий