воскресенье, 9 сентября 2012 г.

Пол Маккартни Почетлы легион орденын алды.



Пол Маккартниҙың абруйлы наградалар коллекцияһы Почетлы легион ордены менән тулыланды. Франция президенты Франсуа Олланд элекке битлға уны “музыкаға индергән өлөшө”өсөн тапшырҙы.

Быйыл сэр Пол үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Музыкаль наградаларҙан тыш, Голливудтың “Дан аллеяһы”нда уға йондоҙ тапшырылды һәм ул Британия империяһының рыцары дәрәжәһенә лайыҡ булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий