воскресенье, 9 сентября 2012 г.

АТЭС саммитында Сүриә мәьәләһе күтәрелде.



Владивостокта АТЭС саммиты эшен башалап ебәрҙе. Төп мәсьәләләрҙең береһе-сауҙаны либералләштереү һәм аҙыҡ- түлек экспортына сикләүҙәрҙе юҡ итеү. Саммит алдынан яңы технологиялар импортына һалымды кәметеү буйынса килешеү төҙөлдө. Байтаҡ эксперттарҙың фекере буйынса, форумда башҡа мөһим ҡарарҙар ҡабул ителмәйәсәк.

Саммитта Сүриә мәсьәләһе лә күтәрелде һәм Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров сығыш яһаны:

“Беҙ Сүриәгә санкциялар индереүгә ҡаршы, сөнки санкциялар бер нәмә лә бирмәйәсәк. Сүриәлә бизнес буйынса беҙҙең артыҡ ихтыяждарыбыҙ юҡ. Беҙҙең сауҙа- иҡтисади бәйләнештәребеҙ һәм хәрби- техник хеҙмәттәшлегебеҙ Көнбайыштың, айырыуса Европалағы партнерҙарыбыҙҙың сауҙа- иҡтисади ихтыяждары менән сағыштырғанда сүп кенә.”

Азия- Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһына Рәсәйҙе, АҠШ-ты, Ҡытайҙы, Японияны һәм Көньяҡ Кореяны ла индереп, 21 ил инә. Унда донъя халҡының 40 проценты йәшәй һәм донъя сауҙаһының яҡынса 44 проценты тура килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий