понедельник, 10 сентября 2012 г.

Cорос- Германияға: лидер булырға йәки евронан сығырға.


Греция хөкүмәте яңы ҡаты экономия сараларына барырмы? Вәкилдәре әле Афинала булған өс халыҡ- ара кредитор уны тап ошо аҙымға этәрә. Греция 31 миллиард евро күләмендәге иҡтисад ярҙамының яңы траншын алыу өсөн етерлек тырышлыҡ күрһәткәнме- ошо мәсьәләне улар хәл итергә тейеш тә.

Шәмбе көн Грецияла күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы манифестациялар булып үтте. Унда ҡатнашыусылар социаль сығымдарҙы артабан кәметеүгә үҙ мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтте.
Билдәле финансист Джордж Соростың фекере буйынса, әгәр Германия сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алһа, был аҙым Греция өсөн дә, евросоюз өсөн дә яҡшыға ғына буласаҡ:

“Минең уйымса, Германия иҡтисади үҫештең лидеры булырға тейеш, сәйәси союздың башында тоторға тейеш, уртаҡ йөктө күтәрешеп, был лидерлыҡ менән бәйле сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш, юғиһә Европа Союзын емермәй генә унан сығыу хаҡында һөйләшеүҙәр башларға тейеш.”

Һорашыу мәғлүмәттәре буйынса. Германия халҡының яртыһынан күберәге финанс ярҙамы бүлеүгә ҡаршы сыға. Шәмбе көн ошо талап менән йөҙҙәрсә кеше Германияның Конституцион суды бинаһы алдына йыйылды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий