Берлинда 300 кеше сөннәтләүҙе тыйыусы законға ҡаршылыҡ
йөҙөнән манифестация үткәрҙе.
Июндә Кёльндең
округ суды дини йола буйынса малайҙарҙы сөннәткә ултыртыуҙы тән йәрәхәттәре
һалыуға тиңләне. Судтың фекере буйынса, был “баланың тән бөтөнлөгө
хоҡуғын боҙа.”
Йәһүд һәм мосолман
ойошмалары ҡануниәтте ҡайтанан ҡарауҙы талап итә.
“Хөкүмәт шундай закон
сығарырға тейеш: сөннәткә биреү менән бәйле бер ниндәй ҙә яза бирелергә тейеш
түгел”- тип белдерҙе Германиялағы төрөк ойошмаһы етәксеһе.
Йәһүд йәмғиәте
вәкиле уның һүҙен ҡеүәтләй:
“Был мәсьәләлә бер нәмә
лә аңламаған кешеләрҙең шаулы бәхәстәре беҙҙе арытты. Бөгөн раввиныбыҙ һәм
Колат әфәнде менән сөннәткә биреүҙең асылын һәм беҙҙең диндәребеҙҙә уның нимә
аңлатыуын төшөндөрөргә теләйбеҙ.”
Берлин властары дини
сөннәтләү ҡағиҙәләрен булдырҙы. Хәҙер ата- әсәләр операцияға яҙма рәүештә
ризалыҡ бирергә һәм быны дини ҡараштары талап итеүен иҫбатларға тейеш. Врачтар
иһә операцияның өҙлөгөү, хәүеф тыуҙырыу ихтималлығын ата- әсәләргә аңлатырға
бурыслы..
Комментариев нет:
Отправить комментарий