Францияның иң бай кешеһе, бизнесмен Бернар Арно,
Бельгия гражданлығын юллай. 63 йәшлек миллиардер, Брюсселдә күсмәй торған милке
булһа ла, Парижда йәшәй. Мәғлүмәт Бельгияның киң мәғлүмәт сараларында донъя
күргәс, Арно Бельгияла инвестицияларҙы үҫтерергә ниәтләүен белдерҙе. Әммә,
күптәрҙең фекере буйынса, ул һалымдарҙан ҡасырға ниәтләй. Билдәле булыуынса,
тап ошондай маҡсат менән бер нисә мең бай француз Бельгия гражданины булып
киткән.
“Эйе, августа ул Бельгия гражданины булырға теләк
белдерҙе, әле уның досьеһы тикшерелә,-тип белдерҙе Бельгияның натурализация
буйынса комиссия рәйесе.-Процедураға ярашлы төрлө инстанциялар: дәүләт именлеге
хеҙмәте, юстиция министрлығы, сит ил эштәр министрлығы үҙ яуабын бирергә тейеш.”
Власҡа килгән Франция президенты Франсуа Олланд
килемдәре йылына миллион евронан артҡан кешеләргә 75 % күләмендә һалым һалырға
ниәтләй. Ә Бернар Арноның мөлкәте 41 миллиард евро, ул LVMH концерны
хужаһы. Әгәр башҡа бизнесмендар уның өлгөһөнә эйәрһә, француз ҡаҙаныһы етди
аҡсаларҙан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий