четверг, 27 сентября 2012 г.

Төркиә: Бурсала Лиондан студент ҡыҙҙы хөкөм итәләр.



Төркиәнең Бурса ҡалаһында, студент ҡыҙ, Франция- Төркиә гражданкаһы Севиль Сәлими өҫтөнән суд башланды. 20 йәшлек Севиль Лионда, төрөк курдтары ғаиләһендә тыуған. Төркиәгә ул ғинуарҙа студенттар менән алмашыу буйынса килгән, ә майҙа ҡулға алынған.
“Ғәйепләүсе яҡ мине 32 йылға төрмәгә ултыртырға теләй,- ти ул.-Мин нимә булаһын белмәйем, ҡарарбыҙ...”
Францияла, терроризмды пропагандалауҙа ғәйепләнгән Севилде яҡлап, ҡаршылыҡ манифестациялары үтте. Тәфтиштең раҫлауынса, ҡыҙ – күп теракттарға сәбәпсе булған “Халыҡты ҡотҡарыу революция фронты” һул радикаль фирҡә ағзаһы. Фирҡә марксистик- ленинсы философияны тарата һәм курдтарҙың бойондороҡһоҙлоҡ көрәшен яҡлай.
Севиль Сәлими әйтеүенсә, уның был ойошмаға бер ҡыҫылышы ла юҡ. Уны Беренсе май демонстрацияһында Төркиәлә бушлай белем биреүҙе яҡлап сығыш яһағанда ҡулға алғандар. Был акцияла бик күп фирҡәләр һәм ойошмалар, шул иҫәптән “Халыҡты ҡотҡарыу революция фронты”ла ҡатнашҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий