четверг, 27 сентября 2012 г.

Әхмәҙинежад БМО трибунаһынан Көнбайышты тәнҡитләне.



БМО-ның Генераль ассамблеяһы алдында сығыш яһап, Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад иленә “цивилизациялы булмаған сионистар”янауын белдерҙе- Иран адресына АҠШ һәм Израиль киҫәтеүҙәренә ҡаршы ул шулай яуап бирҙе. Телмәрендә ул Көнбайыш илдәренең башҡа илдәргә ҡарата алып барған сәйәсәтен  ҡаты тәнҡитләне:

“Ҡыҙыу ҡоралланыу, ядро һәм халыҡты күпләп ҡырыусы ҡоралдар менән ҡурҡытыу- күпселек державаларҙа бына нимә өҫтөнлөк итә. Яңынан- яңы ҡоралдарҙы һынау һәм шуларҙы ҡулланыу менән ҡурҡытыу-  гегемонияның яңы осорон ҡабул итергә мәжбүр итеү өсөн, ҡурҡытыу теле бына шундай.

Мөһим ҡарарҙарға, айырыуса АҠШ һәм Европаның  эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәренә ҡағылғандарына, массалар ихтыяры, фекере бик әҙ тәьҫир итә һәм йоғонто яһай. Халыҡ тауышы, хатта ул кешеләрҙең  99 процентын тәшкил иткән хәлдә лә, ишетелмәй.”

Израилгә ҡарата белдереүҙәренә ҡаршылыҡ йөҙөнән, Израиль, АҠШ һәм ҡайһы бер көнбайыш илдәре, ғәҙәттәгесә, Иран лидерының сығышын демонстратив рәүештә ишетмәмешкә һалышты.

Әхмәҙинежад дәүләт башлығы булараҡ Генассамблеяла һуңғы тапҡыр сығыш яһаны. Иран конституцияһы буйынса, ул киләһе йылда буласаҡ президент һайлауҙарында ҡатнаша алмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий