пятница, 14 сентября 2012 г.

Һинд балыҡсылары Рәсәй атомына ҡаршы.



Йөҙҙәрсә һиндостанлы илдәге иң ҙур“Куданкулам” АЭС-ын сафҡа индереүгә ҡаршылыҡ йөҙөнән диңгеҙҙә тере сылбыр ойошторҙо. АЭС Рәсәй ярҙамы менән төҙөлгәйне.

Бынан алда, кесаҙна көн, Һиндостандың Юғары суды станцияның тәүге энергоблогын яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе тыйыуҙан баш тартты. Урындағы халыҡты 2011 йылдың мартында Японияның Фукусима АЭС-ында булған һәләкәт ҡурҡытҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий