пятница, 14 сентября 2012 г.

“Nissan” 50 мең автомобилде кире ҡайтара.



Японияның Nissan автомобилдәрен етештереүсе бөтә донъянан 50 мең автомобилде кире ҡайтара. Уларҙың 45 меңдән ашыуы Европала һатылған.

Быға Финляндиялағы хәл сәбәпсе булған: Nissan Qashqai яңы моделе хужаһының ҡулында руль аҡтарылып тигәндәй килеп сыҡҡан. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән- машина йөрөтөүсе был мәлдә светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған булған.

“Nissan” компанияһы, ваҡиғаның асылына төшөнөү өсөн, тикшереү башланы”,-ти транспортта именлек өсөн яуап биреүсе фин агенствоһы инспекторы.

Уҙған йәй Финляндияла “Nissan” автомобилдәре һатылыу буйынса лидер булған. Бында 880 машина кире ҡайтарылған. Финляндияның киң мәғлүмәт саралары, компаниялағы сығанаҡтарға һылтанып, кире ҡайтарылған 600 “Nissan” автомобиленә, моғайын, руль кәрәк булыр, тип хәбәр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий