суббота, 15 сентября 2012 г.

Рим папаһы Бейрутҡа килде.



Рим папаһы Бенедикт XVI йома көн өс көнлөк визит менән Ливанға килде.  Был һуңғы 15 йыл эсендәге Католик сиркәүе башлығының Ливанға тәүләп килеүе. Бында ул ил етәкселеге, күренекле сәйәсмәндәр, шулай уҡ дини башлыҡтар менән осрашырға ниәтләй.  Бейрутта Бенедикт XVI үткәрәсәк йәкшәмбеләге көндөҙгө ғибәҙәттә Ливандың үҙенән һәм күрше Сүриә, Иордания, Ирак илдәренән 500 000 самаһы кеше ҡатнашыр, тип көтөлә.
Рим папаһы христиандарҙы һәм мосолмандарҙы “Яҡын Көнсығышҡа тыныслыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара хөрмәт һәм демократик реформалар алып киләсәк ысын мәғәнәһендәге ғәрәп яҙы хаҡына берләшергә”саҡырасаҡ. Понтификты һәм уны оҙатып йөрөүселәрҙең именлеген һаҡлау өсөн, Бейрутта бығаса күрелмәгән саралар ҡулланыла, тиҫтәләрсә мең хәрби файҙаланыла, ҡалалағы күп юлдар ябыла.
Ливан- күп динлелек конституция менән нығытылған Яҡын Көнсығыштағы берҙән- бер дәүләт.


Комментариев нет:

Отправить комментарий