суббота, 15 сентября 2012 г.

Талиптар принц Гарриҙың тыуған көнөн боҙҙо.



 Афғанстанда боевиктар принц Гарри булған Британия хәрби базаһына һөжүм иткән. АҠШ Диңгеҙ пехотаһы корпусының ике хеҙмәткәре һәләк булған, Елизаветы II-нең кесе ейәне зыян күрмәгән.

 Бөйөк Британияның Кэмп Бастион хәрби- һауа базаһы Гильменд провинцияһында урынлашҡан, унда Америка хәрби хеҙмәткәрҙәре лә бар. Боевиктар уны минометтарҙан һәм гранотометтарҙан утҡа тотҡан. Бер нисә һалдат яраланған.

Принц Гарри, «Апач» вертолетында икенсе пилот сифатында хеҙмәт итеү өсөн, базаға уҙған аҙнала килгәйне. Ул саҡта талиптар принц Уэльскийҙы уралу һәм үлтереү менән янағайны.

Шәмбе көн Гарриға 28 йәш тулды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий