Израиль менән мөнәсәбәттәрҙә “ассиметрия”нан арыныу
өсөн, милли администрация башлығы Мәхмүт Аббас
БМО-ның Генассамблеяһынан Палестина автономияһына “күҙәтеүсе дәүләт”статусын
биреүҙе һораны.
Юғары трибунанан сығыш яһап, ул БМО-ны йәһүд дәүләте
менән киләсәктә тыныслыҡ килешеүенә нигеҙ һалыусы мәжбүри резолюция ҡабул итергә
саҡырҙы.”
“Уҙған йылғы ваҡиғалар беҙ һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә алып
килгән нәмәләрҙең дөрөҫлөгөн – беҙҙең илебеҙҙе расистарса колонизациялауҙың
һәләкәтле эҙемтәләрен раҫланы,-”тип белдерҙе Аббас.
Аббастың мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып
Израиль күскенселәре палестиналыларға 500-ҙән ашыу һөжүм яһаған. Дөйөм алғанда,
уның һүҙҙәре буйынса, йәһүд дәүләтенең сәйәсәте Палестина дәүләтенең иҡтисади
һәм социаль үҫешенә ҡамасаулай, гуманитар хәлдең насарайыуына килтерә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий