пятница, 28 сентября 2012 г.

Израиллеләр противогаздар кейеп ҡарай, ирандарға үҙҙәренең һөйөүен белдерә.



Бына бер нисә ай инде Израиль Иранға ҡаршы һуғыштың ҡотолғоһоҙ булыуы хаҡында һөйләй. Ысынлап та, ваҡиғалар шул юл менән китерме икән? Йәһүд дәүләте Вашингтон ярҙамынан башҡа һуғыш башлап ебәрме икән? Хәүеф ысынлап та бармы, әллә был буш һүҙ генәме?
Нисек кенә булмаһын, Беньямин Нетаньяху шуны ныҡый: 6 ай эсендә Иран ядро ҡоралын төҙөй аласаҡ, тимәк, ашығығырға кәрәк.
“Бөтә донъя Израилгә ашыҡмаҫҡа тәҡдим итә, ваҡыт әле бар, тип иҫәпләй,- тип белдерә Беньямин Нетаньяху.-Ә мин шуны һорағым килә:”Нимә көтөргә? Күпме көтөргә?”Иран алдына ҡыҙыл һыҙыҡ һыҙыуҙан баш тартҡан донъя йәмәғәтселеге вәкилдәренаң Израиль алдына ҡыҙыл ут яндырырға мораль хоҡуҡтары юҡ.”
Был белдереү Тель- Авив һәм Вашингтон араһын йәнә ҡатмарландырып ебәрҙе. Бынан һуң Аҡ йорт БМО-ның Генераль Ассамблеяһында президент Обаманың Нетаньяху менән осрашырға ниәте булмауын белдерҙе, ә Нетаньяху көллө ғаләм алдынада Митт Ромни яҡлы булып сығыш яһаны.
Ошо рәүешле союздаштар араһының көйө китте. Шуға ҡарамаҫтан, АҠШ Израиль бер үҙе ҡарар ҡабул итмәҫ, Вашингтонды ла ошо юлға этәрмәҫ, дипломатик юлдар әле бар, тип иҫәпләй.
Нетаньяху бер нисә тапҡыр шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: кәрәк булһа, Израиль үҙ аллы ла ҡарар ҡабул итә ала. Әммә бөгөн хөкүмәттең үҙендә лә Иран менән һуғышҡа ашҡынып тороусылар аҙ. Шас дини фирҡәһе ҡаршы сыҡты, хатта Эхуд Барак шиген белдерҙе.

Противогаздар таратып, хәбәрләшеү системаһын тикшереп, мөмкин булған  һуғышҡа әҙерләндерелгән халыҡ  та һыуғышты көҫәп тормай- 10 кешенең 6-һы АҠШ ярҙамынан тыш интервенцияға ҡаршы.

Оборона министры йорто алдында даими рәүештә демонстрациялар булып тора, ә интернетта “Иранлылар, беҙ һеҙҙе яратабыҙ!”лозунгыһы аҫтындағы кампания көндән- көн нығыраҡ популярлыҡ яулай. Иранлылар ҙа уға яуапһыҙ ҡалманы.

Ике халыҡ та үҙ- ара дошманлыҡ булмауын һәм һуғыш өсөн сәбәп юҡлығын аңғартты.

Израиль халҡының тыныслыҡҡа ынтылышын йәштәргә тәғәйенләнгән клип күрһәтеп тора, уның ярҙамында президент Шимон Перес бер нисә ай элек Фейсбукта асылған бите тураһында иғлан итте. Нобель тыныслыҡ премияһы лауреатының мөрәжәғәте ике төрлө уйлауға урын ҡалдырмай.

Тик ҡарарҙы барыбер Нетаньяху ҡабул итә. Уның киләһе көҙгә, Израилдә буласаҡ һайлауҙарға ҡәҙәр ваҡыты бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий