Төркиә премьеры Рәжәп Тайып Эрдоган Рәсәй һәм Ҡытайҙың
Сүриәләге ваҡиғаларға мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡитләне.
Халыҡ- ара йәмәғәтселек Сүриә конфликтын яйға һалыу
буйынса уртаҡ фекергә килә алмай. БМО Именлек советының дами ағзалары – Бөйөк Британия,
АҠШ, Франция ҡаты санкциялар яҡлы, ә Рәсәй һәм Ҡытай был сараларҙы эффектив
түгел, тип иҫәпләй.
Эрдоган:
“Рәсәйҙең асыҡтан- асыҡ режимға ҡаршы сыҡмауы
Сүриәләге ҡан ҡойоштоң дауам итеүенә килтерә. Мин Рәсәй властары менән бәйләнешкә
индем һәм Сүриә режимын яҡларға тейеш түгеллектәрен аңлаттым. Әммә Рәсәйҙән тыш
был режимды Ҡытай ҙа яҡлай.”
Рәсәйҙең раҫлауынса, ул ике яҡты ла яҡламай. Мәскәүҙең
белдереүенсә, уның позицияһы шундай: ҡаршы тороусы яҡтарҙың көс ҡулланыуын
туҡтатып, килешеү өҫтәле артына ултыртыу.
Һуғыш хәрәкәттәре арҡаһында бик күп сүриәлеләр илдән
китергә мәжбүр. БМО мәғлүмәттәре буйынса, йыл аҙағына Сүриә ҡасаҡтары һаны 700
мең кешегә етеүе ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий