понедельник, 3 сентября 2012 г.

КАР: ғәҙеллек тантана итәме?



Бөгөн көндөҙ Марикана шахтаһында полиция менән бәрелеш ваҡытында кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән таусылар һаҡ аҫтынан сығарылды. Көньяҡ Африка Республикаһың юстиция министры ҡулға алынған шахтерҙар адресына ғәйепләҙәрҙе тикшерергә ҡушты. Формаль рәүештә таусыларҙы рәсми тикшереү тамамланғас ҡына аҡларға мөмкин.

30 августа прокурорҙар  270 шахтерға кеше үлтереүҙә ғәйепләү белдерҙе, апартеид заманынан ҡалған “енәйәт булған урындағыларҙың енәйәткә ҡағылыштары бар” тигән төҙәтмәнән сығып эшләнде был.

Йөҙҙәрсә шахтер һәм уларҙың ғаиләләре  ғәҙел булмаған ҡарарға ҡаршылыҡ йөҙөнән урамдарға сыҡты. Ә илдә һәләк булғандарҙы ерләйҙәр. Хөкүмәттең юғары дәрәжәле чиновниктары ла бергә уларҙың ҡайғыһын бүлешә. КАР президенты Джейкоп Зума бер аҙналыҡ матәм иғлан итте һәм фажиғәне тикшереү өсөн комиссия билдәләне.

Августа 3 мең таусы, эш хаҡын икеләтә арттырыуҙы талап итеп, Марикана шахтаһының эшен туҡтатҡайны. 16 августа полиция эш урындарына ҡайтыуҙан баш тартҡан шахта эшселәренә ут асты. Һөҙөмтәлә, 34 кеше һәләк булды, 100 тирәһе кеше яраланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий