понедельник, 3 сентября 2012 г.

Законһыҙ төҙөлгән Мигрон ауылы халҡын барыбер күсерҙеләр.



Иордандың Көнбайыш ярына ултыраҡ ҡорған иң тәүәккәл йәһүдтәрҙе күсереү өсөн Израиль полицияһына көс ҡулланырға тура килде.

Законһыҙ төҙөлгән Мигрон ауылының ҡайһы бер кешеләре Юғары судтың шишәмбегә ҡәҙәр күсенергә тигән ҡарарын үтәмәне. Юғары суд инстанциялары тарафынан был ҡарар күптән сығарылғайны, әммә күскенселәр бер нисә тапҡыр аппеляция бирә килде.

Рамаллахтың төньяғындағы Мигронда, Көнбайыш ярҙа  урынлашҡан иң ҙур ауылда, 50-ләп ғаилә йәшәй ине. Ул 10 йыл самаһы элек властарҙың рөхсәтенән башҡа төҙөлгән.
Күпселек ғаиләләрҙе, улар өсөн Гиват Хайкиевта йорттар төҙөлгәнсе, эргәләге Офра ауылы ҡабул итәсәк.

Иордандың Көнбайыш ярында 2,5 миллион палестиналы һәм 340 меңдән ашыу йәһүд күскенсеһе йәшәй. Халыҡ- ара йәмәғәтселек бында төҙөлгән бөтә йорттарҙы, Израиль властарының рөхсәтен алыу йә алмауына ҡарамаҫтан, законһыҙ төҙөлгән, тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий