понедельник, 3 сентября 2012 г.

Афған полицияһының талиптар менән “ағыуланыуын”тикшерәләр.



Афғанстандағы Американың хәрби инструкторҙары урындағы полицейскийҙарҙы уҡытыуҙы туҡтатып торҙо. Һуңғы ваҡытта тәртип һағында тороусылар араһына инеп алған талиптарҙың НАТО һалдаттарына һөжүм итеүе менән бәйле был.

 Хәрбиҙәрҙең фекеренсә, полицейскийҙарҙың бәйләнештәрен тикшереүгә бер нисә ай китәсәк. Элек яңы хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың биографияһы, бәйләнештәре бик үк ентекле тикшерелмәгән- полицейскийҙарҙың иҫәбен арттырыуға ҡамасаулаясаҡ, тип уйлағандар.

Һүҙ Урындағы полиция көстәрехаҡында бара- улар милли полиция подразделениелары булмаған райондарҙа эш итә. Урындағы полицейскийҙарҙы коррупцияға бирелеүҙә, бурыстарына илке- һалҡы ҡарауҙа ғәйепләйҙәр. Улар сафына инеп алған талиптар бер нисә ҙур теракт яһаған. Быйыл уларҙың ҡулынан НАТО-ның 45 хәрби хеҙмәткәре һәләк булған, шуларҙың 15-е уҙған айҙа үлтерелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий