вторник, 4 сентября 2012 г.

Барак Обама- ҡара тәнле американдарҙың аҡланмаған өмөттәре.



4 йыл элек АҠШ-та тарихи ваҡиға булды: ҡара тәнле американлы Аҡ йорттоң хужаһына әйләнде. Афро- американлыларҙың ҡыуанысы сикһеҙ ине. Яңы президентҡа АҠШ-тың ҡара тәнлеләре генә ҙур өмөттәр бағламаны, әлбиттә, әммә тәүге нәүбәттә уларҙың ышанысы ҙур ине. 4 йылдан һуң күптәрҙең өмөтө өҙөлдө. Америка политологын был аптыратмай:
Һуңғы ваҡыттағы иң ҙур өмөттәр ошо кампаниға бағланғайны. Иҡтисадтың шул ҡәҙәр түбәнәйеүен мираҫ итеп алып, уны һис кем аҡлай алмаҫ ине. Күпте көтөүҙең, мөмкин булмағанға өмөтләнеүҙең ғилләһе был.
4 йыл үткәс, был өмөттәрҙән нимә ҡалды? 6 ноябрҙә ҡара тәнле американлылар нисек тауыш бирер? 2008 йылдағы һымаҡ Обамаға ышаныс белдерерҙәрме? Ул саҡта бит һайлауҙарҙа һис ҡасан ҡатнашмаған Американың 2 миллион ҡара тәнле гражданданы уға тауышын биргәйне. Хәҙер быға ышаныу ҡыйын.
Ҡара тәнле президент үҙенең төп өмөт бағлаусыларына бик үк ярҙам итә алманы, хатта киреһе булды тип әйтергә була. Расизм юғалманы. Көсәйҙе генә. Обаманы президент итеп һайлау күптәрҙе сығырынан сығарҙы. Тигеҙһеҙлек тә арта барҙы. Урта хәлле ҡара тәнлеләрҙең иҡтисади хәле насарайҙы. Көрсөк быға ҙур өлөш индерҙе.
Аҡ тәнле американлылар араһында эшһеҙлек кимәле 7,5 процентҡа күтәрелһә, ҡара тәнле эшһеҙҙәр һаны 14,4 процентҡа күтәрелде. Аҡ тәнле һәм ҡара тәнле йәштәр араһында ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Һуңғылары араһында эшһеҙҙәр һаны ике тапҡыр күп.
Был һандар ысынбарлыҡты тулыһынса асмай. Аналитиктар ҡара тәнле американлылар араһында эшһеҙлек кимәле артыуын уларҙың хеҙмәт баҙарында артыуы менән бәйләй. Улар араһында урта класс вәкилдәре әҙерәк, көрсөк ваҡытында уларҙың хәле бигерәк тә тотороҡло түгел.
“Президенттың уңышын тәьмин итеүсе граждандар: афро- американлылар, мексикандар, йәштәр, яңғыҙ ҡатындар рецессия һәм иҡтисадтың яй аяҡҡа баҫтырылыуы арҡаһында тәү сиратта зыян күрҙе,-”тип иҫәпләй политолог.
Трейвон Мартин эше кеүек хәлдәр ҙә Обамаға күп проблемалар өҫтәй. Ҡара тәнле үҫмерҙе аҡ тәнле кешенең үлтереүе күптәрҙең асыуын ҡабартты. Обама, бер аҙ паузанан һуң: “Әгәр уның улы булһа, Трейвон һымаҡ булыр ине”-, тип белдерҙе. Ә президент халыҡтың ҡара тәнлеләре яғында ғына була алмай. Ҡара тәнлеләр иһә, үҙҙәренең вәкиле Аҡ йортта ултырғас, дискриминацияға зарлана ла алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий