вторник, 4 сентября 2012 г.

Брейвиктың e-mail‘дары баҫылып сыҡҡан.



Норвегия журналисы һәм яҙыусыһы Четиль Стурмарк терроризм өсөн 21 йылға төрмәгә ултыртылған Андерс Брейвиктың 7 мең электрон хаты тупланған йыйынтыҡ сығарған. Стурмарк һүҙҙәре буйынса, хаттарҙы уға урындағы хакер төркөмдәренең береһе биргән һәм полицияға тапшырыуҙы һораған. Журналист Брейвиктың халыҡ- ара контакттарын тикшереү дауам итергә тейеш тигән фекерҙә.

“Полицияның судта белдереүе буйынса, селтәрҙә Брейвик бар тип иҫәпләгән кешеләрҙе табыу мөмкин түгел. Ләкин ул бит манифесын меңдәрсә кешеләргә таратырға маташҡан.”

Полиция Тамплиерҙар орденына оҡшаш хәрби ордендың булыуын раҫламаны.

Уҙған йылдың 22 июлендә Брейвик Ослола шартлау ойошторҙо һәм Утёйя утрауында йәштәр лагерына ут асты. Ул саҡта 77 кеше һәләк булғайны. Суд августа Брейвикты срогын оҙайтыу мөмкинлеге менән 21 йылға төрмәгә ултыртты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий