Италия ғалимдары янартау атылыуҙан һәләк булған Помпей
ҡалаһы фажиғәһенең ҡабатланыуынан һаҡланырға теләйҙәр. Неаполдәге Флейгрей
яландарында скважина быраулай башлағандар. Уны өс километр ярымға, ҡайнап
торған лавалы тәбиғи резервуарға ҡәҙәр дауам итергә уйлайҙар.
Неаполдәге Флейгрей яландары- халыҡ күп йәшәгән район
уртаһындағы ҡеүәтле ер аҫты вулканы: 3 миллион самаһы халыҡ дары мискәһе
өҫтөндә йәшәй тип әйтергә була. Грек мифологияһында тап ошо урынды “тамуҡ
ҡапҡалары”тип атағандар.
Ер аҫты янартауы әлегә йоҡлай, уның ҡасан уяныуы
билдәһеҙ- бөтә процестар бер нисә километр тәрәнлектә бара. Скважинаны
быраулап, ғалимдар, әҙ генә үҙгәрештәрҙе лә белеү һәм фажиғәне булдырмау өсөн, ер
аҫтында бик һиҙгер датчиктар урынлаштырырға уйлай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий