вторник, 4 сентября 2012 г.

Израиль: Латрундағы монастырға вәхшиҙәр һөжүм иткән.



Израилдә Иерусалимға яҡын булған Латрундағы траппист монахтарҙың монастырын билдәһеҙ әҙәмдәр бысратҡан.
Иртә менән шишәмбе көн улар монастырҙың тышҡы ишеген яндырғандар һәм стеналарға дини кешеләрҙе мыҫҡыллап төрлө һүҙҙәр яҙғандар. Яҙмаларҙа үткән аҙна аҙағында юҡ ителгән Иордандың Көнбайыш ярындағы ауыл исемен- Мигронды ла күрергә була.

Израилдең махсус хеҙмәттәренең фекере буйынса, был “Price Tag” төркөмөнөң эше булыуы ихтимал, сөнки улар Көнбайыш ярҙағы ауылдарҙы юҡ итеүгә һәр саҡ ҡаршы сыға һәм Израилдә йәһүд диненән тыш башҡа диндәрҙе дини баҫып алыу һымаҡ ҡабул итә. Элегерәк “Price Tag”күбеһенсә мәсеттәргә һәм һирәгерәк сиркәүҙәргә һөжүм иткән.

Израилдең Юғары суды бер нисә көн элек Иордандың Көбайыш ярындағы Мигронды законһыҙ төҙөлгән тип табып, юҡ итергә ҡарар итте. Уҙған йәкшәмбе, суд ҡарарын үтәп, Израилдең хәүефһеҙлек хеҙмәттәре физик көс ҡулланырға мәжбүр булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий