четверг, 13 сентября 2012 г.

Немецтарҙың суды Евроберләшмәнең көрсөккә ҡаршы сараларын ҡайһы бер төҙәтмәләр менән хупланы.



“Германия һәм бөтә Европа өсөн яҡшы көн”,- сәйәсмәндәрҙең күбеһе Берлиндың Европа стабилләшеү механизмын һәм Евроберләшмәнең Бюджет пактын формалаштырыуҙы ратификацияларға ҡамасауламаған Германия федераль конституция суды ҡарарарын ошо рәүешле ҡабул итте.
Ангела Меркель етәкселегендәге еврозона илдәре башлыҡтары еңел һулап ҡуйҙы. Ҡарар икенсе төрлө булғанда, еврозона һәм берҙәм Европа валютаһының йәшәйеше ҡурҡыныс аҫтында булыр ине.
“Германия Европаға һәм бөтә донъяға асыҡ сигнал бирҙе. Европалағы ышаныслы партнер һәм иң ҙур иҡтисадҡа эйә булған Германия бер һүҙһеҙ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала,- ”тип белдерҙе канцлер Бундестаг алдында сығыш яһап.
29 июндә, парламент Европа стабилләшеү механизмын һәм Бюджет пактын төҙөү хаҡындағы закон проектын раҫлағас та, конституция судына дәғүәләр ебәрелгәйне.
Дәғүәселәр- парламенттың оппозициялағы һул фирҡә фракцияһы, идара итеүсе фирҡәнең бер депутаты һәм 37 мең кеше теләктәшлек белдергән граждандар ассоциацияһы. Уларҙың төп дәғүәһе шул: Евроберләшмәнең көрсөккә ҡаршы сараларын ратификациялау Германия суверенитетын Брюссель файҙаһына сикләйәсәк.
Судъялар, Бундестагтың төп ролен һаҡлауға йүнәлтелгән ратификация шарттарын билдәләп, ҡарарҙарында был шикте ниндәйҙер кимәлдә күҙ уңында тотто.
“Һуңғы һүҙҙе парламент әйтәсәк. Был шулай уҡ башҡа Евроберләшмә илдәренә парламентаризмдың технократтар тарафынан юҡ ителергә тейеш түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алған мөрәжәғәт тә,-”тип белдерҙе СДПГ лидеры Зигмар Габриель.
Суд шуны билдәләп ҡуйҙы: Европа стабилләшеү механизмы йөкләмәләре буйынса Германияның гарантиялары Бундестаг ҡарарынан тыш билдәләнгән 190 миллиард евронан артырға тейеш түгел.
Мин быны мөһим тип иҫәпләйем,-ти оппозиция вәкиле Грего Гизи.- Әгәр суд билдәләгән шарттар үтәлмәһә, был килешеү Германия өсөн мотлаҡ тип иҫәпләнмәйәсәк. Ошо рәүешле Германиянан яуаплылыҡтың бер өлөшө төштө һәм демократия нығынды.”
Суд тикшереүҙәре Европа стабилләшеү механизмын төҙөү тураһындағы закондарҙың үҙ көсөнә инеүен тотҡарланы һәм 1 октябргә ҡалдырылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий