четверг, 13 сентября 2012 г.

“Мосолмандарҙың ғәйепһеҙлеге” мосолмандарҙың асыуын ҡабартты.



Шаршамбы көн мосолмандарҙың асыуын ҡабартҡан  һәм  Ливиялағы Америка илсеһенең үлеменә сәбәпсе булған исламға ҡаршы” Мосолмандарҙың ғәйепһеҙлеге”фильмы ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә  йөҙҙәрсә кешенең  ҡаршылыҡ демонстрацияһына сығыуына сәбәпсе булды. Ҡаһирәлә демонстрацияла ҡатнашыусылар АҠШ илселегенә үтеп инергә маташты һәм бинанан Америка флагын йолҡоп алды. Мысыр баш ҡалаһы үҙәгенә, тәртип булдырыу өсөн, ғәскәр индерелде. Бер нисә кеше ҡулға алынды.

Туниста ла демонстранттар Америка илселеге биләмәһенә үтеп инергә маташты. Илселек янындағы иртәнге намаҙҙан һуң, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Америка флагын яндырҙы һәм Америкаға ҡаршы лозунгылар ҡысҡырҙы. Уларҙы ҡыуып таратыу өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.

Ошондай уҡ акциялар Газа секторында, Мароккола, Суданда һәм башҡа илдәрҙә булды. Америкала йәшәүсе йәһүд төшөргән  провокацион фильмда ислам  “яман шеш”тип атала, ә Мөхәммәт пәйғәмбәр ( салаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) кешеләрҙе һуйышҡа саҡырыусы алдаҡсы итеп һүрәтләнгән.(Тәүбә, тәүбә)

Комментариев нет:

Отправить комментарий