среда, 12 сентября 2012 г.

Баррозу: Евроберләшмә милләттәр федерацияһына әйләнергә тейеш.



Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэль Баррозу шаршамбы көн Страссбургта Европарламент сессияһында сығыш яһаны. Уның телмәре Евроберләшмәнең киләсәгенә бағышланғайны, ул уны милләттәр федерацияһы итеп күрә. Баррозу шулай уҡ Европа интеграцияһын көсәйтеү яғында:

“Европа Берләшмәһе үҫергә тейеш. Беҙгә милли дәүләттәр федерацияһы( был һүҙҙән ҡурҡыу кәрәкмәй) йүнәлешендә хәрәкәт итергә кәрәк. Бына нимә кәрәк беҙгә. Ҙур ил түгел, ә беҙҙең дөйөм проблемаларыбыҙҙы, үҙаллылыҡты дөрөҫ файҙаланып, һәр ил, һәр гражданин үҙ яҙмышы менән яҡшыраҡ идара итерлек  милли дәүләттәрҙең демократик федерацияһы кәрәк.”

Баррозу әйтеүенсә, ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн, Европа Берләшмәһенең төп документтарын үҙгәртергә кәрәк буласаҡ. Был хәҙерге замандағы ауырлыҡтарҙан, популизм һәм милләтселекте үҫтергән милли хөкүмәттәрҙең тарҡау эшмәкәрлегенән ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий