вторник, 25 сентября 2012 г.

Ливия властары ”Пандора ҡумтаһы”н ябырға ниәтләй.



Бер ҡасан да берҙәм булмаған илдә ҡайтанан тәртип урынлыштырыу ябай эш түгел. Әлеге ауырлыҡтар, “Пандора ҡумтаһы”н асыуҙан ҡурҡып, Ливия эштәренә хәрби ҡыҫылыштан һаҡланырға өндәүселәрҙең һүҙен ҡеүәтләп тора. Халыҡ баҫымы аҫтында Ливия властары махсус көстәр ярҙамында ул ҡумтаны ябырға тырыша, ә тәртип булдырыу- тәүге нәүбәттә күп һанлы ҡораллы формированиеларҙы таратыу ул.
Бенгазиҙа Америка илсеһе үлтерелеп 2 аҙна үткәс, Ливия властары илдәге хәлдәрҙе үҙ контроле аҫтына алырға маташа башланы. АҠШ консуллығына һөжүм радикаль исламист төркөмдәренең йоғонтоһо үҫә барыуы һәм Ливия етәкселегенең именлек булдырырға хәле етмәүе тураһында һөйләй.
Был хәлдәр халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Улар Каддафи режимы ҡолатылғандан һуң көсәйеп киткән һәм нимә теләй шуны эшләп йөрөгән ҡораллы төркөмдәрҙән илдең азат булыуын теләй.
Уҙған йомала,  төркөмдәрҙе ҡоралһыҙландырыуҙы талап итеп, тиҫтәләрсә мең кеше Бенгази урамдарына сыҡты. Тыныс ҡына башланған манифестация радикаль исламистар урынлашып алған базаға һөжүм менән тамамланды. Властар был хәлдәргә яуапһыҙ ҡала алманы.
Икенсе көндө Дөйөм милли конгресс рәйесе дәүләткә буйһонмаған бөтә төркөмдәрҙең дә таратылыуы хаҡында иғлан итте. “48 сәғәт эсендә бөтә боевиктар ҙа таратылып, хөкүмәт контроле аҫтында булмаған бөтә хәрби лагерҙар ҙа ябылырға тейеш,”-тип белдерҙе Мөхәммәт Мәғариф.

Каддафи ҡолатылғандан һуң, йөҙҙәрсә элекке баш күтәреүсе биналарға, стратегик объекттарға, элекке режим яҡлыларҙың, етәкселәрҙең биләмәләренә урынлашып алды. Аҙаҡ ҡайһылары эске именлек көстәренә йәки армияға ҡушылды, әммә күптәре ҡорал ташлауҙан баш тартты.
Араларында Әл- Ҡаиҙә һәм салафиттарға яҡын торған төркөмдәр ҙә бар. Каддафиҙы ҡолатыуҙа ҙур ярҙам алыуға ҡарамаҫтан, улар АҠШ һәм уның союздаштары менән хеҙмәттәшлектән баш тарта.

Төрлө төркөмдәрҙән ҡотолоу, күп һанлы ҡәбиләләрҙән торған Ливияла тыныслыҡ урынлаштырыу һайланып ҡуйылған, әммә етерлек көскә эйә булмаған үҙәк власть өсөн ауыр мәсьәлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий