вторник, 25 сентября 2012 г.

Өс Вьетнам блогеры төрмәгә ултыртыласаҡ.



Өс Вьетнам блогеры, властарҙы тәнҡитләгәне өсөн, иркенән мәхрүм ителәсәк. Суд уларҙы хөкүмәткә ҡаршы пропаганда алып барыуҙа ғәйепле тип тапты-  улар 4 йылдан 12 йылға ҡәҙәр срокка төрмәгә ябыласаҡ.

Бер нисә йыл элек блогерҙар “Ирекле журналистар клубы” сайтын төҙөгән һәм унда илдәге коррупцияға бағышланған материалдар урынлаштырған, рәсми кешеләрҙең ғәҙел булмаған эштәрен фашлаған, хөкүмәттең сәйәсәтен тәнҡитләгән.

Ғәйепләнеүсе ҡыҙҙың әсәһе, элекке полиция хеҙмәткәре, был процесҡа ҡаршылыҡ йөҙөнән үҙен- үҙе яндырып, һәләк булған.

Блогерҙар өҫтөнән суд менән бәйле байтаҡ хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары, Көнбайыш илдәре хөкүмәттәре һәм БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһы Вьетнам хөкүмәт адресына бик ҡаты тәнҡит һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий