понедельник, 24 сентября 2012 г.

Ливия властары: “революцияның ахыры булырға тейеш.”



Ливия властары революцияның ахыры булырға тейеш, тип ҡарар итте. Күсмә етәкселек ополчениеның революцион отрядтарын етди рәүештә таратырға тотондо. Хөкүмәт ғәскәрҙәре бойондороҡһоҙ ҡораллы төркөмдәрҙең береһен Триполи аэропортына илтеүсе шоссеға ҡәҙәр оҙатты. Бер юлы әлеге мәлдең талаптары менән риза булмаған бер нисә һуғышсы ҡулға алынды, ополчиндарҙың ҡоралдары конфискацияланды. Был ҡарарҙы бик күптәр хуплап ҡаршы алды:

“Һуңлабыраҡ булһа ла, дөрөҫ эшләнеләр. Бенгазиҙағы демонстрациянан һуң, беҙ был ҡарарҙы көткәйнек.”

“Беҙ ғарыҡ булдыҡ. Беҙ оборона миҙнистрлығы, эске эштәр министрлығы һәм милли армия булыуын теләйбеҙ. Беҙгә башҡаса ополчиндар кәрәкмәй, революция бөттө.”

Көнэлгәре Ливияның ваҡытлы лидеры Мөхәммәт Йософ әл- Мәғриф революцион милиция отрядтарының барыһына ла йә регуляр армияға ҡушылырға, йәғни, хөкүмәткә буйһонорға, йә таралырға бойорҙо.


Комментариев нет:

Отправить комментарий