пятница, 7 сентября 2012 г.

Путин Ямалдағы экспериментта ҡатнашты.



Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй орнитолгтарының һирәк осорай һәм юҡҡа сығыу ҡурҡынысы алдында торған аҡ торналарҙы ҡотҡарыу буйынса “Өмөт осошо” проекты сиктәрендә уҙғарылған экспериментта ҡатнашты.

Путин быны Владивостоктағы АТЭС саммитына барышлай эшләне. Рәсәй дәүләтенең башлығы тәүҙә Салехардҡа килде, унан вертолетта орнитология станцияһына юлланды. Ул питомник торналары үҙ тубының башлығы итеп күрергә тейеш булған мотодельтплан штурвалы артында 3осош яһаны. Бының өсөн пилот Владимир Путинға аҡ комбинезон һәм аҡ шлем кейҙерҙеләр.

Путиндың тәүге осошо танышыу өсөн булды, ә ҡалған икеһендә инде ул ҡоштар менән осто. Бындағы аҡ торналар һаны бер нисә тиҫтә. Донъяла улар иң иң матур һәм уникаль ҡоштар булып иҫәпләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий