четверг, 6 сентября 2012 г.

КАР: шахтерҙар эш хаҡын икеләтә арттырыуҙы талап итә.



Көньяҡ Африка Республикаһының эш ташлаған 3 меңдән ашыу таусыһы шаршамбы көн марш менән Марикана платина шахтаһы янынан үтте. Полиция тарафынан августа 34 кеше үлтерелгәндән һуң, был иң ҙур ҡаршылыҡ акцияһы. 270 шахтерға ҡаршы, полицияны ҡорал ҡулланырға мәжбүр итеүҙә ғәйепләп, енәйәт эше асылғайны. Һуңғараҡ суд уларҙы аҡланы. Эш ташлаусылар хеҙмәт хаҡын 12,5 мең рендҡа ҡәҙәр күтәреүҙе талап итә.

Методист сиркәүе пасторы хеҙмәт ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм эш хаҡын арттырыуҙы хуп күрә.:

“Шахтала эшселәр алғанды һәм инвесторҙар алғанды сағыштырһаң, 12,5 мең һис тә күп түгел.”

Эшселәрҙең забастовкаһы 4-cе аҙна дауам итә. Шаршамбы көн шахтерҙарҙың 4 проценты ғына эшкә сыҡҡан. Lonmin компанияһының етәкселеге уны туҡтататыуҙы талап итә, юғиһә таусыларҙы күпләп эштән ебәреү менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий