четверг, 11 октября 2012 г.

Пакистан: талиптар 14 йәшлек баланан үс ала.



 Мингора ҡалаһында пакистан ҡыҙына һөжүмде Евроберләшмә “әшәке һәм ҡурҡаҡ агрессия акты”тип атаны. Был эш өсөн яуаплылыҡты Талибан хәрәкәте үҙ өҫтөнә алды.

14 йәшлек Малала Йософзайҙы урындағы хәстәханаға баш, муйын йәрәхәттәре менән алып киләләр, аҙаҡ вертолетта Пешаварҙың хәрби госпиталенә оҙаталар. Мәктәптән ҡайтҡанда, һаҡаллы ир уның башына атҡан. Ҡыҙға операция эшләгәндәр, әммә ғүмере һаман хәүеф аҫтында.

Малала ҡатын- ҡыҙҙарҙың белем алыуға хоҡуғын яҡлап сыҡты. Ул Пакистандың төньяҡ- көнбайышындағы Сват үҙәнендә талиптар ваҡытындағы тормошто һүрәтләгән көндәлеге менән билдәлелек яуланы. Талиптарҙың белдереүенсә, әгәр ҡыҙ иҫән ҡалһа, уға аяу булмаясаҡ.

Ҡыҙ йөрөгән мәктәптә уның һаулығын теләп доғалар уҡыйҙар:

“Малала Йософзай беҙҙең апайыбыҙ кеүек ине. Беҙ Аллаһы Тәғәләнән уға һаулыҡ һорайбыҙ, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ. Ул маҡсат итеп ҡуйған идеялар тормошҡа ашһын өсөн, доға ҡылабыҙ.”

Бөтә Пакистан сәйәсмәндәре Малалаға һөжүм итеүселәрҙе ғәйепләй. Президент Асиф Али Зардари исламист боевиктар менән көрәште дауам итергә вәғәҙә итте һәм хөкүмәттең артабан да ҡатын- ҡыҙҙың белем алыуына йүнәлтелгән программаларҙы яҡлаясағын белдерҙе.

“Терроризм арҡаһында донъяла репутациябыҙ былай ҙа шәптән түгел,-ти Исламабад кешеһе.- Ә Малала...Беҙ уның менән ғорурланабыҙ! Ул бәләкәй генә террористар төркөмөнөң беҙҙе еңә алмаясағын иҫбатланы, һис ҡасан еңә алмаясаҡ! Беҙ ҡыҙҙың батырлығын беҙ һис ҡасан онотмаясаҡбыҙ.”

Сват үҙәнендәге талиптарҙы тәнҡитләп көндәлек алып бара башлағанда, Малалаға 11 генә йәш була. Пакистан армияһы үҙәндән талиптарҙы бәреп сығарғас, Малала, ҡыйыулығы өсөн, милли премия ала һәм Халыҡ – ара балалар тыныслыҡ премияһына тәҡдим ителә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий