четверг, 11 октября 2012 г.

Италия: Беппе Грилло йөҙөп ҡаршы сыға.



Италия сәйәсмәне Беппе Грилло, Сицилия һәм Апеннин ярымутрауы араһында күпер төҙөү планына ҡаршы сығып, Мессин боғаҙын йөҙөп сыҡты.

Хәҙер “Биш йондоҙ”хәрәкәтен етәкләгән элекке комик популистик риторикаһы менән билдәле, шулай уҡ ул Италияның еврозонала ағза булып тороуына ла ҡаршы.

64 йәшлек Грилло материктағы Италиянан утрауға ҡәҙәр журналистар тейәлгән кәмәләр оҙатыуында 3 километр йөҙөп үтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий