четверг, 11 октября 2012 г.

Тори иҡтисад проблемалары һәм фекер айырымлыҡтары менән көрәшә.



Бирмингемда Консерватив фирҡә съезы тамамланды. Тори үҙҙәренең рейтингын нисек күтәреү, иҡтисади көрсөккә нисек ҡаршы тороу хаҡында бәхәсләште. Әммә экономия режимын ҡатыландырыуға альтернатива булырлыҡ бер нәмә лә тапманы. Британия премьеры Дэвид Кэмерон белдереүенсә, ил иҡтисадын көрсөктән һуң аяҡҡа баҫтырыу һәм уның үҫешенә этәргес биреү өсөн, планлаштырылғандан күберәк ваҡыт китәсәк.

“Ныҡлап эшкә тотонмай тороп, ҡатмарлы һәм ауыр ҡарарҙар ҡабул итеп, ҡыйыулыҡ һәм ижади күҙаллауҙы эшкә екмәй тороп, Бөйөк Британия элекке һымаҡ бөйөк булмаясаҡ. Беҙ глобаль иҡтисади ярышҡа сыҡтыҡ, беҙҙең өсөн хәл иткес мәл етте: йә батабыҙ, йә артабан ишәбеҙ, йә эшләйбеҙ, йә тик ултырабыҙ!”

Фирҡә съезының сенсацияһы шунда: баш ҡала башлығы Борис Джонсон популярлыҡ буйынса фирҡә лидеры Дэвид Кэмеронды уҙып китте. Иҡтисадтың түбәнәйеүе һәм социаль сығымдарҙың кәмеүе премьер- министрҙың позицияларын ҡаҡшатты. Киң мәғлүмәт сараларының раҫлауынса, мэр тори лидеры посына киләһе алыштарҙа Кэмерондың конкуренты булыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий