четверг, 11 октября 2012 г.

МВФ асыуланышҡандарҙы берҙәмлеккә саҡыра.



МВФ етәксеһе Кристин Лагард Европа иҡтисады башлыҡтарын Европа финанс көрсөгөн хәл итеүҙәге “ярым- ярты”, ‘ҡыйыуһыҙ” аҙымдары өсөн тәнҡитләне. Токиолағы фонд саммитында ул бай илдәрҙе йәнә реформа хаҡындағы һүҙҙәрҙән конкрет аҙымдарға күсергә саҡырҙы.

Кристин Лагард, МВФ директоры:
“Нимә көтәһегеҙ тип һораһағыҙ, мин яуап бирәм: эш көтәбеҙ. Бөтә ағзаларҙың да ҡыйыу һәм берҙәм эш итеүен.”
Шуға ҡарамаҫтан МВФ саммиты үҫә барған фекер айырымлыҡтарын күрһәтте- айырым алғанда, донъяның икенсе һәм өсөнсө иҡтисадына эйә булған Ҡытай һәм Япония араһында.
Пекин менән Токионың Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге утрауҙарға ҡағылышлы территориаль бәхәсе арҡаһында, Ҡытай Банкы башлығы Япония баш ҡалаһына барыуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә,  үҫеүсе илдәр төркөмө файҙаһына квота бүлеү мәсьәләһе был осрашыуҙа  ла хәл ителмәй ҡала. Кристин Лагард сәйәси конфликт Ҡытай һәм Япония араһындағы иҡтисади бәйләнештәргә, бәлки, ҡамасауламаҫ тигән өмөт кенә белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий